+16 °С
Ясно
VK
Хикәйәләр
1 Марта 2021, 07:05

ЙЫРЛАЙЫҠ БЕРГӘ. ҠАР БӨРТӨКТӘРЕ

"Тамыр" йыр ансамбленә ҡушылып йыр өйрәнәйек!

Күңелсәк беҙ, шаян беҙ,
Ел бер өрһә, шул етә.
Аҫҡа төшөрмәй, юрый
Әллә күпме бейетә.
Ҡушымта:
Беҙ тыуҙыҡ зәңгәр күктә,
Ҡар болото - әсәбеҙ.
Беҙ аҡ мамыҡ, аҡ йондоҙ,
Ергә йәм-нур сәсәбеҙ.
Өшөмәһен ер-әсә,
Мамыҡ юрған ябабыҙ.
Яҙҙар еткәс, тауҙарҙан
Йырлай-йырлай сабабыҙ.
Ҡушымта:
Беҙ тыуҙыҡ зәңгәр күктә,
Ҡар болото - әсәбеҙ.
Беҙ аҡ мамыҡ, аҡ йондоҙ,
Ергә йәм-нур сәсәбеҙ.
Читайте нас