-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Февраль 2023, 15:23

Тәрән соҡор

Фәүзиә Рәхимғолова

Тәрән соҡор
Тәрән соҡор

Әхмәт көн буйы

Сапты ла сапты.

Ә кисен ҡыҙыҡ

Эш уйлап тапты.

Бик тәрән итеп

Ҡаҙыны ҡарҙы,

Өҫкә серегән

Бер таҡта һалды.

Төнгәсә көттө

Берәй кешенең

Ошо соҡорға

Килеп төшөүен.

Төн булғас ҡына

Ҡайтты өйөнә.

Йоҡланы пальто

Кейгән көйөнә.

Әсәһе иртән

Оҙаҡ уятты.

Тик Әхмәт тормай

Ятты ла ятты.

Йоҡоһо туйғас,

Ул тышҡа сыҡты.

Әсәһе уға

Бер йомош ҡушты.

Ҡарап тора ла

Урамға табан,

Әсәйҙән ҡасып,

Сыға ла саба,

Йүгергән саҡта

Шулай шәп итеп,

Соҡорға төшкән

Меҫкен, шап итеп.

Ҡот осҡос итеп

Соҡор эсенән

Әхмәт аҡыра

Бөтә көсөнә:

Алығыҙ мине

Бынан тиҙерәк!

Мансылдым һыуға,

Эләгер биҙгәк.

Ниңә ҡуйҙым шул

Серек таҡтаны?

Батмаҫ инем бит

Ҡуйһам башҡаны!”

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: