-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
4 Февраль 2022, 10:34

Миңнира БИКАНАСОВА

ТУҒАН ТЕЛ Рәхмәтлемен атай-әсәйемәӨйрәткәнгә туған телемде.Әлифбамдың битен аса-асаБашлап алдым тәүге ғилемде.


Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
 
( Миңнира Биканасова) 
Миңнира БИКАНАСОВА
Миңнира БИКАНАСОВА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: