Ҡар байрамы,
Ҡар байрамы!
Ҡыуаныс ҡар булғанда.
Аҡ ҡыҙҙар ҙа
Аҡ малайҙар
Уйнай бөгөн урамда.
Сүпрә кеүек
Күперә ҡар.
Ҡар теҙҙән, ҡар муйындан...
Ҡар уйыны,
Ҡар уйыны
Ҡыҙығыраҡ бар уйындан.
Кәрәк түгел ҡар бабай ҙа,
Янда торғас ҡар апай.
Һәр ҡыҙ - бөгөн
Ҡар ҡыҙы бит,
Һәр бер малай - ҡар бабай!
(Роберт МИҢНУЛЛИН)