Көслөлөктә Феврале лә
Оҡшаған ағаһына,
Һыуытып ебәрһә төнөн,
Шарт итеп ағас һына.
Март исемле һылыу ҡыҙы
Килтерә беҙгә яҙҙы,
Саҡ ҡына илаҡ булһа ла,
Ҡояшлы ул, бик наҙлы.
Апрель ҡыҙы эй көләкәс,
Селтер ҙә селтер көлә,
Гөрләүектәре йүгерә,
Һайрашып ҡоштар килә.
Май ҡыҙы, ямғырҙа бейеп,
Һибә ергә гөл-үлән.
Себештәрен, бәпкәләрен
Тотмаҡ була төйлөгән.
Сибәркәй ҡыҙ, аһ, Июнь:
"Һөйөн, дуҫым, - ти, - һөйөн,
Ҡоштар туҡтамайса һайрай
Көнөн-төнөн үҙ көйөн!"
Өләшә еләк-емешен -
Июль ҡыҙы ла йомарт,
Сәскәләрен дә тарата,
Бер кемде үтмәй урап.
Йыл бабайҙың Август ҡыҙы
Ул инде Әсәй булған:
Икмәге телде йоторлоҡ,
Ҡырҙарҙа иген уңған.
Ҡыуандыра һәммәбеҙҙе
Аҡыллы ул - Сентябрь,
Мәктәптәргә ашығабыҙ,
Ашығабыҙ бөтәбеҙ!
Баҫыуҙар ҙа тынып ҡалған,
Япраҡ ҡоя ағастар.
Октябрь ул - ҡырыҫ егет,
Яуа ямғыр, яуа ҡар.
Ноябрь улы бабайҙың -
Спортсы, вәт сыныҡҡан,
Ҡурҡып тормай бурандарҙан,
Ҡурҡып тормай һыуыҡтан.
Декабрь исемле егет
Ёлкалар йөрөй биҙәп:
- Ҡотло булһын Яңы йыл! - ти, -
Байрам килһен тиҙерәк!
Йыл бабайҙың балалары
Етеҙ, тырыш, уңғандар.
Аталарын тыңлап ҡына
Татыу йәшәй туғандар.
(Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА)