-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
27 Ғинуар 2022, 15:01

Сәрүәр СУРИНА

ҠУЛ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ Биш бармаҡ сыҡты юлға.Күрәләр: ҡап уртала Тип-тигеҙ ҙә тап-таҡыр Ус ята, ти, ялтырап. "Беҙ булабыҙ Ус-Ус! Йәшәйбеҙ бик дуҫ, дуҫ! Тотторһағыҙ әпәкәй, беҙ итербеҙ сәпәкәй".

 
Ус артында ҡул һырты - була ул шыма, ҡаты.
Тамам шунда Ҡул суғы. Ҡайҙа барайыҡ тағы?
Алда быуын-бураҙна. Беләҙек тип атала.
Ҡуш тупалсаҡ булған өсөн Ҡушҡар тип тә атала.
"Эй, Беләҙек, Беләҙек билкәйҙәрең бик нәҙек,
Барыбер ҙә беҙҙең кеүек кейә алмайһың йөҙөк".
Енсек тип тә атала - алда һуҙыла Беләк.
"Беләк, Беләк, аҡ Беләк, әйт беҙгә берәй теләк!"
"Йәбешегеҙ, бармаҡтар, һәр көн иртән турникка,
Шунда булырбыҙ көслө, нәҡ Алпамыша төҫлө".
Күрә бармаҡтар - алда Терһәк - тау, бер ҡараһаң ҡуш соҡор.
"Эй, Терһәк, сәләм, Терһәк, ни була һиңә тейһәк?"
"Бар миндә хәтәр ғәйрәт, төртөшөргә итһәм дәрт.
Дуҫҡа булалһам терәк, көсөм арта бигерәк".
Тығыҙ итле Ҡулбашы тулышып гел торғанға,
Етеҙ менде бармаҡтар ҡая кеүек Яурынға.
Батыр егет Иңенә шыҡайып шоңҡар ҡуна,
Матур ҡыҙҙың Иңенә нурланып йәйғор ҡуна.
Бына шулай бармаҡтар барлап сыҡты Ҡул илен,
Бер ҡасан да аҙашмаҫ яҡшы белгән үҙ илен.
 
(Сәрүәр СУРИНА)
Сәрүәр СУРИНА
Сәрүәр СУРИНА
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: