Һөйләшкеләп тә алабыҙ,
Аралашмайса булмай...
Тик мин һөйләгән хәбәрҙе
Малай бер ҙә аңламай..
*Һинең атайың башҡортмо?*
Тип һорау бирҙем уға,
*Әсәйең һинең кем икән?
Әллә ул мәрйә була?*
*Юҡ, атайым башҡорт,* ти был,
*Әсәйем дә башҡорт*, ти..
*Ә һин кем? *тип һорағайным?
*Ә мин үҙем урыҫ!* ти. /һөйләшеү русса бара/
*Минең башҡорт икәнлекте
Әсәйем бит әйтмәне,
Бәләкәйҙән миңә һүҙҙе
Бары русса һөйләне*.
Үәт, шулай ҙа була икән
Бик күп ғибрәтле хәлдәр...
Ошолай яуап ишетеп
Ултырып илар мәлдәр..
Бына нигә алып килде
Битарафлыҡ киҙеүе,
Башҡорттарҙың үҙе теләп
Үҙе телен киҫеүе!
Бик теләһә лә был бала
Ысын урыҫ булалмаҫ,
Башҡорттар араһына ла
Башҡорт булып уҙалмаҫ.
Йөрөр кем икәнен белмәй
Милләтһеҙ бала булып, /МАҢҠОРТ/
Битарафлыҡ заманының
Әсе емеше булып.
Сүпләмәҫ әсе емеште
Хатта һайрар ҡоштар ҙа,
Рәхәтләнеп һайрар улар
Туғайҙағы талдарҙа.
Милләтемдең ағасында
Үҫә әсе емеше..
Атай-әсәйҙән тора бит
Үҫтереү был емеште..
Башҡорттан урыҫ тыуғанын
Быға тиклем кем күргән?
Беҙҙең олатай-өләсәй
Мираҫ итеп тел биргән!
Заманаларға һылтанып
Улар телен һатмаған,
Ейән-ейәнсәр теленә
Битарафта ятмаған.
Тырышҡандар үҙ белгәнен
Балаһына бирергә,
Ваҡыт тапҡан үҙ телендә
Йыр, әкиәт һөйләргә.
Әсе емеш күргәндән һуң
Күп кенә һүҙҙәр яҙҙым,
Йәштәргә әйтәһе һүҙем:
*Атлама яңлыш аҙым!
Рухһыҙҙарға емеш татлы,
Тәмле булып күренә...
Рухһыҙлыҡ ҡаяу сығарып
Сағырға тип үрелә...
Өйләнгәндә уйлап өйлән,
Кейәүгә лә ҡарап сыҡ,
Ғаилә ҡороу мөһим эш-
Ҡөръән дә әйткән асыҡ..*
Баланы тәрбиәләүгә
Ата - әсә яуаплы!
Тыуған теленә өйрәтеп
Булыр оло һауаплы...
Уйланайыҡ, башҡорттарым,
Башҡорттан башҡорт тыуһын!
Тыуған телең мираҫ булып
Килер быуынға ҡалһын!
Милләтемдең ағасында
Үҫә әсе емештәр,
Һаман шулай дауам итһә
Милләт ағасы нишләр???
Эх, тиреп ырғытыр инем
Ошо әсе емеште!
Һәр балаға бирер инем
Тыуған телдән өлөштө..
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ