Мәктәптән ҡайта ла малай
Аҡтауға тороп саба.
Уны тыйып туҡтатырға
Юҡ инде һис бер сара.
Эй шыуа Булат, эй шыуа,
Елкенеп, ярһып шыуа,
Санаға ятып шыуа ул,
Санаға баҫып шыуа.
Ҡояш күктә йөрөүенән
Туҡтағас та шыуа ул,
Ай ҡалҡҡас та шыуа ул,
Ут алғаста шыуа ул.
Бер яңғыҙы шыуа Булат,
Ҡарлы тауҙы хуп күреп,
Өйгә биргән эштәр был саҡ
Йоҡлай өйҙә төш күреп.
Төн булғас, тауҙан ҡайта ул,
Ауыр санаһын һөйрәп.
Көн тыуғас, мәктәптән ҡайта,
"Икеле"ләрҙе тейәп...
(Тимер АРСЛАН)