-4 °С
Болотло
Иң шәбе һәм иң батыры
Ул гүйә үҙе генә.
Әйтерһең алтын һөрткәндәр
Ҡыҙыл кикирүгенә!
Бәйҙә торған Аҡтүш кенә
Асыулана юнһеҙгә.
Иртә таңдан ҡысҡыраң ти,
Йоҡо бирмәйһең миңә!
Әтәс һаман әтәсләнә:
"Кил - ти, көс һынап ҡара!"
Минән дә көслө, матуры, -
Юҡ ти, был ихатала!
Үҙе ҡарсығаны күргәс,
Ҡасты лапаҫ аҫтына.
...Маҡтансыҡтар ғына шулай,
Батырмын тип, маҡтана!