-4 °С
Болотло
Морнап килгән бәпкә кеүек,
Сипылдап ҡояш сыға.
Торналар ҙа һөрән һала,
Көн аяҙ, тип юлсыға.
Шул көн нурын эсергә, тип
Атым эйәрләп сыҡтым.
Түгә-түгә киләм бына
Үләндәге ысыҡты.
Керпектәрен асып ҡарай
Гөлдәрҙән зәңгәр күҙҙәр.
Башын эйеп, улар миңә:
— Хәйерле иртә! — тиҙәр.
Ә һандуғас, талға баҫып,
Сихри ҡылдарын сиртә...
Ниндәй көслө көн тыуҙыра
Илкәйгә алтын иртә!
(Рәми ҒАРИПОВ).