+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Декабрь 2021, 08:56

Баязит БИКБАЙ

ТУҒАН ТЕЛ Ерҙә кеше һөйәгенән Убалар үҫкән... Тел - тере шишмә үлмәгән, Бөгөнгә еткән!  

Баязит БИКБАЙ
Баязит БИКБАЙ
 
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
 
Минең телем - тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
 
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк: "Әсәй!"
 
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һанға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен!..
 
(Б.Бикбай)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: