Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
13 Декабрь 2021, 09:06

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА

ҠУРСАҒЫМА ИСЕМ ҠУШАМЭй, һөйкөмлө, йәтеш кенәҠурсаҡ бүләк иттеләр.Иң һәйбәт исемде ҡуш тип,Теләктәрен әйттеләр.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА


Ҡурсағыма исем кәрәк,
Иң матурын эҙләйем.
Тик үҙемдең исемдән дә
Яҡшырағын белмәйем.
Минең исем иң һәйбәте,
Ҡолаҡҡа ятып тора.
Хужаһы ла исемеләй
Һылыу тип әйтеп тора.
Ни эшләргә, аптырайым,
Матур исем буш түгел.
Ҡурсаҡта ла юҡ-бар исем
Булырға тейеш түгел.
Беләһегеҙ, мин йомарт ҡыҙ,
Бүлешәм исем менән.
Бүлешәмен ҡурсағымды
Яратҡан өсөн генә.
Ҡурсағым да минең һымаҡ
Сәлимә булһын, ярай.
Ҡарағыҙсы, ҡурсағыма,
Нисек ҡыуанып ҡарай.


(Гөлнара Хәлфетдинова)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: