+9 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
7 Декабрь 2021, 07:28

Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА

ЙӘШӘҮ СЕРЕ– Таңда бәхет өләшәләрИртә уянып өйрән, –Әсәй мине шулай тиепУята ине гелән.

Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА
Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА



Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен
Аңламаһам да йүнләп,
Ҡаршыланым һәр иртәне
Ҡояш менән бергәләп.

Мәғәнәһе асылына
Йәшәй - йәшәй төшөндөм,
“Егәрленең ҡулы етәү”
Икәнлеген дә белдем.

“Иртә торһаң итең бешер
Һуңға ҡалһаң бит бешә”
Был мәҡәлдең дөрөҫлөгөн
Һынаным әллә нисә!

“Күңел етһә ризыҡ етә”
Һис ҡасан да тарһынма
Яҡшылығың бәхет булып
Килер һинең алдыңа.

“Иман барҙа әҙәп бар бит”,
Йәшә иман таратып.
Рәхмәт һүҙе мең бәләнән
Ҡалыр һине ҡотҡарып.

“Сабыр төбө һары алтын”
Сабырлығың һынмаһын,
“Ете ҡат үлсәп бер генә киҫ”
Дошмандар ҡыуанмаһын.

“Ағай - эне талашыр, ти
Атҡа менһә ярашыр”
Туғандарҙың ҡәҙерен белеп
Йәшә һәр саҡ аңлашып.

“Ни сәсһәң шуны урырһың”
Гелән яҡшы орлоҡ сәс.
Изгелек булып шытымы
Килер ҡартлығың еткәс.

... Баштарымдан һыйпап, наҙлап
Һәм иркәләп, яратып
Мәҡәл аша биргән әсәм
Йәшәү серен аңлатып.

(Зәйтүнә Айытбаева)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: