Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА.
ЙӨҘ ЮЛ
Капитан ағайым,
Киттек, ти, диңгеҙгә!
Осоусы атайым,
Килерһең, ти, беҙгә!
Агроном апайым
Саҡыра киң ҡырға:
Игенсе булыу - ул
Үҙе бит ни тора!
Нефтсе һөнәрен
Һайла, ти, олатай.
Ул уны, донъяла
Иң шәп эш, тип атай.
Ә йырсы күршебеҙ
Ҡабатлай тик һәр саҡ:
"Һай, ҡустым, һинән бик
Шәп артист сығасаҡ!.."
Ҡаршымда саҡырып
Йөҙ төрлө юл ята.
Ҡайһыһын һайларға?!
Һай, малай, баш ҡата!
(Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА)