Яңы портфель тотоп ҡулға,
Яңы формалар кейеп,
Дәртле баҫып урамдарҙан,
Үтә улар гөр килеп.
Һағындырған мәктәптәре,
Яҡшы класс, парталар,
Хатта аҡбур, ҡара таҡта,
Глобустар, карталар.
Әллә күпме юлдар үтеп,
Урмандар гиҙгән улар,
Янып эшләгән баҫыуҙа,
Һыуҙарҙа йөҙгән улар.
Килә балалар, көс йыйып,
Яңы хеҙмәткә, эшкә.
Бар теләктәре уларҙың
Уҡырға дүрткә, бишкә.
(Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА)