Һин буяп бирҙең бит
Сәскәне ал төҫкә,
Һин манып ҡуйҙың бит
Ер өҫтөн хуш еҫкә.
Бирҙең һин еләккә,
Алмаға бал тәме...
Тик һиндә, тик һиндә
Донъяның нур-йәме!
Бейектә, бейектә
Йөҙәһең һин, ҡояш.
Бар кеше йылмая,
Һин яҡты нур ҡойғас.
(Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА)