+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
29 Ноябрь 2021, 18:36

Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА.

ҺИН КЕМ ҠЫҘЫ? Баҡсабыҙҙан туп-тура Ҙур мәктәпкә киләбеҙ; Беҙ уҡый ҙа беләбеҙ, Беҙ яҙа ла беләбеҙ.

Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА.
Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА.
 
Ҡаршы алды бер апай:
- Бер... өс... биш...утыҙ ике,
Ошо көндөн башлап, - ти, -
Бөтәгеҙ ҙә минеке.
Шул саҡ яҡты класҡа
Инәбеҙ ҙә тулабыҙ;
Хәҙер бит беҙ, беләһегеҙ,
Беренсе "А" булабыҙ.
Таҡталағы яҙыуҙы
Тиҙ генә уҡып сыҡтыҡ:
"Һин кем ҡыҙы? Кем улы?"
Яуап бирергә сыҡтыҡ.
Ә мин яҙҙым дәфтәргә,
Ҡәләмем матур, ҡыҙыл;
Уҡып ҡарағыҙ әле:
"Мин  - Совет иле ҡыҙы!"
 
(Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: