+12 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Шиғри күстәнәс
28 Ноября 2021, 03:54

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА

ӘСӘ КҮҢЕЛЕ Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр, Шикләнмәйем, ысын шулай бит? Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа, Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.  

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВАКәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА
Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА
 
Ауырлыҡтың барын онота ул -
Балаһының бәхете хаҡына!
Тик балалар әсәй күңелдәрен
Аңлай алмай ҡала йыш ҡына.
 
Мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ ҙурайғандай,
Үҫеп алғас, ҡайһы балалар,
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Уңалмаҫлыҡ яра һалалар.
 
Әсә күңеле тәрән, киң дә, тиҙәр,
Кисерер ул, бәлки, балаһын.
Һаман өҙөлөр ул, "балам", тиеп,
Һыҙлаһа ла йөрәк яраһы.
 
(Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас