"Өфө" "Өфө" көйө тора
Уң яҡтан да һул яҡтан;
"Оло" - "оло", "өкө" - "өкө",
"Ҡаҡ" килеп сыға "ҡаҡ"тан.
"Әсә" - "әсә", "ата" - "ата",
"Ҡыуыҡ" барыбер "ҡыуыҡ";
"Көсөк" - "көсөк", "уяу" - "уяу,
"Ҡыйыҡ" та шулай "ҡыйыҡ".
"Ете" - "ете", "өрө" - "өрө,
"Йәй" - "йәй", "ҡабаҡ"та - "ҡабаҡ"...
Ҡыҙыҡтарҙың бүтәндәрен
Эҙлә һүҙлеккә ҡарап.
(Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА)