+13 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
20 Ноября 2021, 05:50

Файыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВ

КЕШЕМ  - ИЛ КҮРКЕ Тауҙар - минке, Тауҙар - һинеке, Бейекме тауҙар, Тәпәшме тауҙар - Тауҙар илдеке.

Файыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВФайыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВ
Файыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВ
 
 
Урман - минеке,
Урман - һинеке,
Ҡуйымы урман,
Һирәкме урман -
Урман илдеке.
 
Йылға минеке,
Йылға һинеке,
Талғынмы йылға,
Ярһыумы йылға -
Йылға илдеке.
 
Ҙур ил - минеке,
Ҙур ил - һинеке,
Илеңде биҙәп,
Йәшә һин , йәшә,
Кешем - ил күрке! 
 
(Файыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВ)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас