+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
19 Ноябрь 2021, 08:37

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.

ҺАУМЫ, АҠ ҠЫШ! Һаумы, аҡ ҡыш, Өр-яңы ҡар - Аҡ болот. Яу әйҙә, яу, Ергә ят, ҡат-ҡат булып. Хозурла һин, Нағышла һин донъяны.

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.
Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.
 
Урман-ҡырҙар
Булһын йәнә өр-яңы.
Аҡ түбәләр күтәрелһен үргәрәк,
Бейек-бейек тауҙар беҙгә 
Бик кәрәк.
Әйтһендәр: "Был -
Уралтауҙың балаһы,
Әйҙә унан һәр кем шыуып
Ҡараһын".
Осайыҡ беҙ,
ҡар-болоттар
 туҙҙырып,
Саналарҙы ҡоштарҙан да
Уҙҙырып.
Әйҙә килсе,
Аҡ буранлы  яңы йыл!
Яңы бәхет,
Яңы еңеү, Яңы юл!
 
(Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА)
 
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: