ЙӘМЛЕ ӨЙ
Уянғас та, оҙаҡ ятмай,
Шым ғына үҙем торҙом,
Торғас инде урынымды
Матурлап йыйыштырҙым.
Тын ғына килеп, шыбырлып,
Сәйгелдәкте бәүетәм.
Унда әле ҡурсаҡтарым
Рәхәтләнеп бәү итә.
Ниңә әле минең янда
Мыр-мы килә Мыяубай? -
Асыҡҡан сағында ғына
Мыраубай шул мыраулай.
Һөт һалғайнам, эсеп бөттө,
Тамсыһы ла ҡалманы.
Эсеп бөткәс сеүәтәһен
Мин дә һауыт-һабаларҙы
Ашыҡмай йыуып ҡуйҙым,
Иҙәнгә төшкән сүптәрҙе
Бөртөкләп йыйып ҡуйҙым.
Әле ишек тотҡаларын
Торғанда һөртөп кенә,
Атайым да ҡайтып инде
Эшенән көлөп кенә:
- Ай-һай, - тине, - бүлмәләргә
Киткән төҫлө нур тулып!..
- Мин бит бөгөн өйөбөҙҙә
Уйнайым... әсәй булып.
(Һәҙиә ӘФТӘХОВА)