+14 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
9 Ноября 2021, 04:58

ҠЫҘЫМА

* * *Тормошомдоң наҙлы сәскәһе һин ,Ҡыҙым минең , бәхет усагым .Бар донья онотолғандай була ,Сыҡһаң ҡаршы йәйеп ҡосағың .

ҠЫҘЫМАҠЫҘЫМА
ҠЫҘЫМА


Ҡыҙым минең, ҡыҙым алтыным ,
Һиңә илтәм йөрәк йылыһын .
Йылмайыуың һинең яҡты йондоҙ кеүек ,
Һинең өсөн донья балҡыһын .
Теләктәрҙең изгеләре һиңә,
Бәхеттәрҙән торһон тормошоң ,
Яҙмышыңдың һәр бер миҙгелендә,
Доғаларым булһын юлдашың .
Ҡыҙым минең, ҡояшым, йондоҙом ,
Күҙ теймәһен нурлы йөҙөңә.
Бәхет - шатлыҡтарҙы Хоҙайҡайым,
Ҡойоп ҡына бирһен үҙеңә !

(Автор билдәһеҙ.)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас