+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
7 Ноябрь 2021, 23:19

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

* * *  "Мин - башҡорт" - тип,Ҙур ғорурлыҡ менәнЯҙып ҡуйҙым әле үҙемде.Ғаиләмде яҙҙым - башҡорттар, тип,Башҡортостан тинем - илемде.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА


Башҡорт телен тинем,
йәшәйештә
Ҡулланабыҙ - аралашабыҙ,
Телен һанламаған манҡорт менән
Көн дә тинем, яғалашабыҙ.

Ейәндәрем тинем, үҙ телемдә
Өләсәй! - тип, миңә өндәшә.
Телен белмәгәндең вариҫтары
Һиҙеп торам - минән көнләшә.

Ата-бабам тинем, башҡорт булған
Рухтары ла йәшәй башҡортса.
Фатихалап, риза булып ята
"Илем-телем" тигән башҡортҡа.

Ҡулға ҡорал түгел, ҡәләм тотоп
Милләтеңде һаҡлар был яҙмаң.
Тарих ҡына түгел, киләсәк ул
"Эйе, мин - башҡорт" - тип, кенә түгел,
"БЕҘ - БАШҠОРТ" - тип, яҙған йылъяҙмаң.


(Миләүшә Ҡыҙрасова.)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: