Өсөнсөһө апайыма
Ишек аса:
"Эй ҡыҙым,
Һуңламасы мәктәбеңә,
Әллә ниңә һуң торҙоң?"
Дүртенсеһе ағайымды
Йоҡоһонан уятты:
"Төнө буйы "телик" ҡарап,
Ай, был бала һуң ятты!"
Олатайға дарыу бирә,
Бишенсе ҡул да кәрәк.
Олатайым:
"Иртән иртүк
Ауырта, - ти бит, - йөрәк",
Алтынсы ҡул өләсәйгә
Кейҙерә матур күлдәк,
Әсәйемдең ҡулы бик күп,
Беҙҙең ғаилә күмәк.
Иртәнге сәй эсеп бөткәс,
Ҡашығаяҡ йыуа ул,
Нисәнсе ҡул икән, тиһәм,
Быныһы етенсе ҡул.
Һигеҙенсе әсәйемдең
Оло сумкаһын тотҡан,
Эшкә ашыҡҡан әсәйем
Нимәһендер онотҡан?
Онотҡан шул:
Туғыҙынсы
Мине һөйә:
"Бәпесем,
Илама, мин тиҙ ҡайтырмын,
Бөткәс тә бөтә эшем!
Унынсы ҡулда - сәғәте, -
Әсәйем ҡарап ала,
- Хәйерле юл, әсәкәйем,
Һин дә эшкә һуңлама!
(Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА)