+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
27 Октябрь 2021, 13:45

ҠЫУАНЫС

* * * Һыуҙар сәсеп, яр буйынанЙүгереүҙәр кинәнес.Дуҫың менән уҙышмағас,Күңел булмай инде һис.

ҠЫУАНЫС
ҠЫУАНЫС


Ниндәй ҡыҙыҡ, матур йырҙы
Бергәләп йырламағас?
Ҡырға сығып, усаҡ яғып,
Ҡош моңон тыңламағас?
Яр буйында сабыр ғына
Суртан ҡармаҡламағас.
Ут өҫтөнә сәйнүк элеп,
Үләнсәй ҡайнатмағас?
Ниндәй ҡыҙыҡ бесәнлектә
Йондоҙҙар күҙәтмәгәс.
Үҙең белгән һөнәреңде
Дуҫыңа өйрәтмәгәс.
Бер әйтмәгәс, бейемәгәс
Бергәләп йырламағас...
Башҡорт телендә һөйләшеп,
Башҡортса уйламағас,
Ни ҡыҙыҡ?..

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: