+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
26 Октябрь 2021, 21:17

Муса ҒӘЛИ

* * *  Ҡурайҙы мин бик беләм, Ағайым уйнай гелән, Бейетеп йә йырлатып Була ул ҡурай менән.

Муса ҒӘЛИ
Муса ҒӘЛИ
 
Уйнағанда шаҡ ҡатам,
Ҡарап телем шартлатам.
Ҡайҙан сыға был көй тип,
Бер туҡтауһыҙ баш ватам.
Ә ағайым, беләм, ти,
Ошо моңло үлән, ти,
Серләшеп үҫкән һәр саҡ
Сал тарихтар менән, ти.
Мең йәшәгән ҡурай, ти,
Йөрәктәрҙе урай, ти.
Һөйөп тыңлаусыларға
Аҡ бәхеттәр юрай, ти.
Ҡурай йыры уйлатҡан,
Күңелдәрҙе уятҡан.
Шат-дәртлене йырлатҡан,
Ҡайғылыны йыуатҡан.
Ҡурай тотоп тынам мин,
Өйрәнергә торам мин.
Һүҙемде һүҙ итмәһәм,
Ниндәй егет булам мин?!
 
(Муса ҒӘЛИ)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: