Бөтмәй уның кемдәргәлер
Кәңәш - һүҙе.
Аптырайым, нисек күте
Белә үҙе.
Ә өләсәй алдында ул
Бала һымаҡ.
Үҙе атай, үҙе бала,
Бына йомаҡ.
Өләсәйгә: "Әсәкәй!" - тип
Ул өндәшә.
Иркәләнеп, көлөп кенә
Ул һөйләшә.
Ә өләсәй: "Балаҡай!" - тип
Һөйөп ала.
Миңә ҡыҙыҡ: үҙе атай,
Үҙе бала...
(Шакир БИКҠОЛОВ)