+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Октябрь 2021, 12:06

Яҡуп ҠОЛМОЙ

ИКМӘК ҺЫНЫҒЫ Таш урамда ятып көнгә ҡатҡан, Туҙан баҫҡан икмәк һынығын. Күрҙем дә мин, һүҙһеҙ ҡаушап ҡалдым, Әрнеү баҫты күңел тынлығын.

Яҡуп ҠОЛМОЙ
Яҡуп ҠОЛМОЙ
 
 
Ниндәй бәндә уны ташлап киткән,
Кем һуң шулай туйып һикергән?
Йәнһеҙҙер ул, үҙе ашап үҫкән,
Үҙ ашына үҙе төкөргән.
 
Ә беҙ ярты һыныҡ икмәк өсөн
Утҡа индек, барҙыҡ үлемгә.
Ауыр йылда белдек һалдат көсө
Һаҡланғанын ярты телемдә.
 
Ә бит бына һалҡын таш өҫтөндә
Икмәк ята, арыш икмәге,
Шул бер һыныҡ күркәм туй мәлендә
Тағы байытыр ине өҫтәлде.
 
Берәү үтә икмәк аша атлап,
Бер ни түгел уға бер һыныҡ.
Икенсе бер йүләр, бер ни тоймай,
Тапап үтә уны күҙ йомоп.
 
Ҡапыл бер ҡарт бабай туҡтап ҡалды
Мөлдөрәтеп йәшле күҙҙәрен.
Үҙ алдына ниҙер һөйләй-һөйләй,
Услап алды икмәк киҫәген.
 
Алды ла ул, саңын өрә-өрә
Илтеп һалды тәҙрә төбөнә.
Ауыр булғандыр шул йөрәгенә,
Ҡара һөрөм сыҡты йөҙөнә.
 
Үҙе һыҙланғандай яраһынан
Халыҡ араһында юғалды.
Протез кейгән һыңар аяғынан
Шығырлаған моңһоу өн ҡалды.
 
Был сәйер хәл күренмәһен ине,
Әрнетмәһен ине йөрәкте.
Бер кем бер саҡ кәмһетмәһен ине
Йәшәүгә көс биргән икмәкте.
 
(Яҡуп ҠОЛМОЙ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: