+8 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
12 Октябрь 2021, 09:24

Ямалетдин ЮМАЕВ

ШӘКЕРТ Иртә менән таң атып килгән ваҡыт, Мәҙрәсәгә барам тип, торған шәкерт. Һабын менән бит-ҡулдарын йыуғандан һуң, Көҙгөгә ҡарап торған бер аҙ ваҡыт.   Берәм-берәм ҡулға алды китаптарын, Өҫтәлгә теҙеп ҡуйҙы йыйнап барын. Уйға ҡалды ҡулын ҡуйып яңағына, Беләһеңме эсендә ни иҫәп барын?

 
 
Әйткәне шул: "Мәҙрәсәгә барамын мин,
Хәлфәләрҙән серҙәрен аламын мин.
Башҡаларға ҡайҙа һуң бындай бәхет,
Был йыһанда иң бәхетле бала мин.
 
Эҙләйем ғилем, йөрөһәм дә ерҙә генә,
Уйым минең милләт, диндә генә.
Милләт менән сәғәҙәтле булһам да мин,
Милләттең дә сәғәҙәте миндә генәй"
 
Шәкерт - уҡыусы
Хәлфә - мәҙрәсә уҡытыусыһы
Сәғәҙәт - бәхет
 
(Ямалетдин ЮМАЕВ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: