Беҙ, әйтерһең, дуҫлыҡ милләтенән,
Бөтәбеҙ ҙә - тиң, шат затлыбыҙ.
Үҙебеҙ тапҡан уртаҡ ҡот-бәхеткә
Бөтәбеҙ ҙә берҙәй хаҡлыбыҙ.
Ерем бөгөн бәхет төйәгеләй,
Бында мәңгелеккә таң атҡан.
Тағы яҡтыраҡҡа талпындыра
Дуҫлыҡ тигән талмаҫ ҡанаттар.
Ул нурҙарҙы, ул йылыны хәҙер
Сабый тоя хатта бишектән!
Ниндәй телдә сәләм бирмәһендәр -
Беҙҙә һәр саҡ асыҡ ишектәр.
Ерем белә: ниндәй дуҫ килһә лә,
Туғанылай башҡорт ҡосҡанын.
Уралымда, дуҫлыҡ түбәһендәй,
Бәхет, шатлыҡ, хаҡлыҡ төйәгендәй,
Балҡый минең Башҡортостаным!
(Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ)