+13 °С
Дождь
VK
Шиғри күстәнәс
5 Октября 2021, 04:49

УҠЫТЫУСЫМА

* * *  Беҙҙең шуҡлыҡ, беҙҙең шаянлыҡтар Сәстәреңә ҡырау һалғандыр. Беҙҙең дәфтәрҙәрҙе байҡағанда Ниндәй уйҙар солғап алғандыр.  

УҠЫТЫУСЫМАУҠЫТЫУСЫМА
УҠЫТЫУСЫМА
 
Һин өйрәттең беҙҙе, уҡытыусым,
Ҡайһы һуҡмаҡ менән барырға,
Ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар аша
Белем ҡаяларын яуларға.
 
Һинең аша белдем, уҡытыусым,
Бөйөклөгөн туған телемдең.
Һинең аша күрҙем, һинең аша
Гүзәллеген Тыуған илемдең.
 
Һинең аша йөрәктәргә күсте
Туған халҡыбыҙҙың моңдары.
Хәтеремдә ғүмерлеккә ҡалыр
Ҡабатланмаҫ мәктәп йылдары.
 
(Авторы билдәһеҙ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас