+19 °С
Дождь
VK
Шиғри күстәнәс
4 Октября 2021, 16:34

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Һау булһын балаларым!Болоҡһоу көн һыҙландыра –Кәмейҙер самаларым…Эй, Хоҙайым, әлдә генәИҫән-һау балаларым!

Фирүзә АБДУЛЛИНАФирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА


Үҙем өсөн уй-хәсрәтте
Тәрәнерәк күмермен,
Балаларым һау булһалар,
Ҡалғанына күнермен.

Ваҡ-төйәк хәсрәттәр менән
Йөрәгем тулған инде,
Балаларыма ел-ямғыр
Теймәһә булған инде…

Ҡаплармын ел-бурандарҙан,
Бәләнән аралармын…
Үҙең һаҡла, Хоҙайҡайым,
Һау булһын балаларым!

Кешегә иткән ярҙамым,
Изгелегем хаҡына
Һау булһындар балаларым –
Етә ошо хаҡ ҡына...


(Фирүзә Абдуллина)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас