+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
3 Октябрь 2021, 10:22

Нәсимә ҒАЙСИНА

АЛЬБАТРОСТАР– Ни ул кешнәй океанда,Күрмәйемсе бер ат та?!– Тауыш бирә шулай бер ҡош,Яҡынлашһа сит-яттар.Ҙур ҡанатлы ул альбатрос,Һауала оҙаҡ оса.

Нәсимә  ҒАЙСИНА
Нәсимә ҒАЙСИНА


Сәйәхәттә арымаҫҡа
Осҡанда йоҡлап ала.

Бер ҡош ята һыу өҫтөнә,
Ҡанатын йәйеп һалып,
Океан шаулап тынсығанда,
Тулҡынды яҫтап алып.

Алмаш-тилмәш ата-инәһе
Татыу себеш баҫалар,
«Га-га, аша үҫерһең!» тип
Йомшаҡ һүҙ ҙә табалар.

(Нәсимә ҒАЙСИНА)
-----------------------------------------------------------------------------—
Альбатрос ҙур океан ҡошо. Ул Антарктиданан алып Африка, Австралия һәм Көньяҡ Америка океандарын төйәк итә. Яҙып һалған (ике) ҡанатының оҙонлоғо 3.50 м. етә. Ундай ҡанат башҡа бер ҡошта ла юҡ. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 1.35 м. етә. Оло ҡоштоң ауырлығы 11.5 кг. барып етә.
Ғүмеренең күп өлөшөн океанда үткәрә. Ярға сыҡмай аҙналар буйына океан өҫтөндә осоп йөрөй. Нисек улай йөрөй тиһегеҙме? Ул осҡан ваҡытта ла йоҡлай, ял итә икән. Тағы шторм баҫылһа, ҡанаттарын йәйеп һалып, һыу өҫтөнә төшөп ята. Тынға ҡалған океанда оҙаҡ-оҙаҡ ҡала. Ярҙа парланышҡанда, йомортҡа һалғанда, баҫҡанда, себеш үҫтергән осорҙа булалар.
Альбатрос ваҡ хайуандар: балыҡтар, кальмарҙар, осьминогтар, ҡыҫалалар менән туҡлана.
Был ҡоштар татыу ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Парланышыу ваҡытында матур хәрәкәттәр яһап бейейҙәр. Йомортҡаны ата, инә ҡоштар алмаш-тилмәш баҫалар. Ҡош балаһына ашатҡанында, тәрбиәлгәнендә : «Га-га» тип, ҡаҙ ҡаңғылдаған кеүек, йомшаҡ тауыш сығара. Ат кешнәгән һымаҡ та тауыш бирәләр.
 
(Нәсимә ҒАЙСИНА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: