ИКЕ ӨЛӘСӘЙ
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһе лә тиҫтерҙәр.
Беренсеһе атайымды,
Икенсеһе әсәйемде
Кеше итеп үҫтергән.
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһен дә яратабыҙ,
Уларға эш ҡалдырмайбыҙ,
Бик бойоҡҡан саҡтарында
Ҡайғыларын таратабыҙ,
Икеһен дә яратабыҙ!
(Ф.Рәхимғолова)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем ойоҡ бәйләй,
Энәһе ялт-йолт итә.
Итәгендәге йомғағы
Иҙәнгә төшөп китә.
Аҡ бесәйем күреп ҡалып,
Йүгереп барып етә.
“Һә” тигәнсе йомғаҡты
Өләсәйгә йүгертә.
(А.Айытҡолова)
ӨЛӘСӘЙ
Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
(Р.Ураҡсина)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
(Ф.Юлдашбаева)
МИНЕҢ ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйемдең
Сәстәре ап-аҡ,
Ерҙәге ҡарҙай
Күренә ялтлап.
Һүҙҙәре уның
Күңелгә яҡын.
Йөҙө мөләйем,
Ҡулдары алтын.
(А.Игебаев)
ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем иртүк тора,
Самауырын ҡайната.
Тәмләп-тәмләп сәй эсергә
Унан беҙҙе уята.
“Тор, үҫкәнем, ҡояш ҡалҡты,
Етеп килә төшлөккә.
Иртә торһаң, яуып торор
Бәхет һеҙҙең өлөшкә.”
Өләс менән сәй эсеүе
Үҙе бер байрам инде.
Ҡасан ғына уҡыу бөтөп,
Ауылға ҡайтам инде…
(А.Айытҡолова)
Өләсәйем йәшлеге
Өләсәйем йөрөгәндә
Таяғын һис ҡалдырмай.
Энәне һабаҡлай алмай,
Ҙур лампаны яндырмай.
Саҡырайыҡ, тим табипты,
Ҡарап дарыуҙар яҙһын.
Әсе булһа, булыр бер аҙ,
Тик аяҡтарың яҙһын.
Күҙҙәрең асылып китһен,
Сал сәстәрең ҡарайһын,
Йыйырсыҡтарың таралып,
Сәләмәтлегең ҡайтһын.
Табип ҡайтып китеү менән,
Йүгерербеҙ урамға.
Һикерербеҙ, туп тибербеҙ,
Һис ҡыйын түгел, аңла!
Рәхмәт, ҡыҙым, борсолаһың,
Тик мин ауырымайым.
Ә йәшлегемде юғалттым,
Юғалттым, табалмайым.
Ҡара урман, бейек тауҙар,
Тәрән һыу төбөндәме.
Аҙашып ҡалды йәшлегем,
Төшөмдә, өнөмдәме ?!.
Эй, өләсәй, иҫлә әле,
Ҡайҙа юғалтҡаныңда !
Йүгереп алып ҡайтырмын,
Һинең йәш саҡтарыңды.
(Рус теленән тәржемә. Миләүшә Ғәйфуллина)