+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
29 Сентябрь 2021, 10:27

Лариса АБДУЛЛИНА

КӨҘГӨ ТАҢӘй, матур инде донъялар,Ҡыҙарып ата ал таң.Йылмайып баҡҡан донъяныңКөләс йөҙөн яратам.

Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА

Саф ысыҡтай тәүге нурҙар
Йыуһын әле битемде.
Миҙгелемә ҡотоң ҡунһын,
тиеп көндән үтендем.

Бер яҡта айым балҡыһа,
Бер яҡта яна ҡояш.
Әкиәттәй был мәлдәрем
Фирҙәүестәргә оҡшаш.

Әй, ниндәй йәмле был көҙҙәр,
Әй, ниндәй сағыу иртә.
Баҫыуҙағы ужым кеүек,
Күңелдә шиғыр тиртә.

(Лариса Абдуллина.)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: