+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
28 Сентябрь 2021, 08:53

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

ӘҘӘПЛЕ ҺҮҘҘӘР Зинһар! - Миңә дарыу бирегеҙ! - тип, Эй аҡыра бәрәс Аптекала. Аптырай ул, Бер кем дарыу бирмәгәс. Шунан матур ғына итеп, Былай тиеп өндәшә: - Дарыу бирегеҙсе, зинһар! - Бына алсы, һау йәшә!

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
 
 
РӘХМӘТ!
Атаһы-әсәһе менән
Кәзә бәрәсе йәшәй.
Ашаған һайын әйтә ул:
- Ҙур рәхмәт, атай, әсәй!
 
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ!
"Һаумыһығыҙ!" тип әйтергә
Өйрәнә алмай маъмай.
"Һау-һау" ти ҙә туҡтап ҡала,
Шуны ятлай ҙа ятлай.
 
ҒӘФҮ ИТ!
Быҙау баҫты ауырттырып
Тәпәйенә тауыҡтың.
- Ғәфү ит, зинһар, - тине ул.
Тауыҡ йырлап яуапланы:
- Шифа һүҙҙән һауыҡтым!
 
(Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: