+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
26 Сентябрь 2021, 09:19

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

Башҡортстан илгенәм   Сабый саҡта күкрәгемә Тамыр йәйгән гөлгөнәм, Һулыш биргән, тормош биргән Әсәйемдәй бергенәм, - Башҡортостан илгенәм!  

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
 
Һулар һауам, йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көнгөнәм,
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән тел генәм,
Башҡортостан илгенәм!
 
Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм,
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ер генәм!
Башҡортостан илгенәм!
 
(Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: