+8 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
21 Сентября 2021, 03:07

Муса ҒӘЛИ

* * *  Гөлдәр һулып, үлән ҡата, Һаран ҡояш иртә бата, Йылғаларға томан ята, Торналар киткәндә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Муса ҒӘЛИМуса ҒӘЛИ
Муса ҒӘЛИ
 
 
Ҡырҙа моң һәм һағыш була,
Бураларға ашлыҡ тула,
Тирәктәрҙә ҡоштар тына,
Торналар киткәндә.
 
Минең күпте белгем килә,
Осоп күккә менгем килә,
Ерҙәр, илдәр күргем килә,
Торналар киткәндә.
 
Тик әлегә тороп ҡалам,
Ҡулға дәфтәр, китап алам,
Мәктәбемә китеп барам,
Торналар киткәндә.
 
(Муса ҒӘЛИ.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас