+14 °С
Дождь
VK
Шиғри күстәнәс
18 Сентября 2021, 10:01

Мәжит ҒАФУРИ

БАЛАЛАР ҺӘМ КИТАП Дүрт-биш бала йыйынғандар бер урынға, Тап уртала береһе китап тотҡан ҡулға; Һәммәһе лә ҡолаҡтарын торғоҙғандар, Береһе уҡый, башҡалары тыңлай шунда.

Мәжит ҒАФУРИМәжит ҒАФУРИ
Мәжит ҒАФУРИ
 
 
Ултыралар китап уҡып, күңел асып,
Шатлыҡтарын бергә-бергә уртаҡлашып;
Ҡайһы ваҡыт былар ҡала тып-тын ғына,
Ҡай сағында көлөшәләр сырҡылдашып.
 
Ҡай сағында әллә кемде ҡыҙғаналар,
Уфылдашып, әкрен генә ҡуҙғалалар;
Ахырыһы был китап бик күңеллелер:
Күҙ ҙә алмай уҡый уны был балалар.
 
(Мәжит ҒАФУРИ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас