-2 °С
Ясно
VK
Шиғри күстәнәс
18 Сентября 2021, 13:50

Фәнил БҮЛӘКОВ

* * *  Балаларым өсөн генәҠанатымды көн дә яҙам.Дауылдарҙан ышыҡлайым,Айырмайым һеҙҙе наҙҙан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәнил БҮЛӘКОВФәнил БҮЛӘКОВ
Фәнил БҮЛӘКОВ


Сабыйҙарҙың күҙҙәрендә
Ихласлыҡтың асылы ла.
Тик баламдың алдында гел
Минең асыл асыла ла.

Ҡанаттарҙы көйҙөрәмен,
Һаҡлап һеҙҙе дауыл, уттан.
Балаларым күреп үҫһен
Йәшәү татын, тормош ҡотон.

Фәрештәнең ҡанаттары
Аҫтарында булһын балам.
Мин Раббымдан көн дә һорап
Йыһаныма ихлас бағам.


(Фәнил БҮЛӘКОВ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас