+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
16 Сентябрь 2021, 20:40

Дауыт ЮЛТЫЙ.

Көҙ. Ҡаплаған томан Ерҙең өҫкәйен, Болттар баҫҡан  Ҡояш йөҙкәйен. Һәр көн тамсылап Ямғырҙар яуа, Ҡыраулы иртә, Томанлы һауа.

Дауыт ЮЛТЫЙ.
Дауыт ЮЛТЫЙ.
 
Төндәр оҙайҙы,
Көндәр ҡыҫҡарҙы, 
Ҡырҙар һарғайҙы,
Һауа башҡарҙы.
Күктә ҡояшҡай
Йөҙә бик түбән,
Ҡыҙыу нур сәсмәй,
Ул ҡарай һүлпән.
Ҡалын болоттар 
Түбән һалынған,
Ҡырҙа игендәр
Йыйып алынған.
Урамда тынлыҡ,
Шау-шыу баҫылған,
Балалар өсөн
Мәктәп асылған.
Бөгөн мәктәпкә
Иртә барығыҙ,
Алғы көн өсөн
Белем алығыҙ.
 
(Дауыт ЮЛТЫЙ.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: