-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
14 Сентябрь 2021, 20:35

З.Ҡотлогилдина.

Бала ғына тимәгеҙ...Сабый аңламай, тимәгеҙ,Сабый хәтере төпһөҙ.Ололарға ҡарағандайБеҙгә ҡарағыҙ тик һеҙ.

З.Ҡотлогилдина.
З.Ҡотлогилдина.



Тоя белгән һиҙер унда
Йыһандарҙың аҡылы
Балаһында күрә әсә
Йәшәүенең асылын.

Беҙ – һеҙҙең ғүмерегеҙҙең
Мәғәнәһе, дауамы.
Һынауҙарҙан һығылғанда
Һыҙланыуҙан дауаһы.

Беҙ тыуабыҙ был донъяға
Һөйөү йәндәре менән.
Йәшәй-йәшәй күңел тула
Ерҙең ғәмдәре менән.

Бала ғына тип әйтмәгеҙ,
Барыһын да аңлайбыҙ.
Әсә ҡарынында уҡ беҙ
Ишетәбеҙ, тыңлайбыҙ.

Һөйләшегеҙ беҙҙең менән
Әле тыумаған саҡта.
Көйләгеҙ беҙгә моңло йыр
Шау-шыуҙар тынған саҡта.

Юрағыҙ бәхетле ғүмер,
Имен-аман киләсәк.
Ата-әсәнең теләге
Ысынға тап киләсәк.

(Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: