+19 °С
Болотло
Сулпы ҡушып үргән толоммо ни -
Йүкә олондары ҡап-ҡара.
Һары селтәр-ҡашмау кейгән Өфө
Талғын көйгә бейеү башҡара.
Көҙҙөң ҡурайына бейемәйсә
Нисек сыҙап торһон баш ҡала?!
Иҫертеп тә хистәр ҡойононда
Йүкәләрҙән гүйә бал тама...
Шул хистәрҙән йүләрләнмәм тимә
Көҙ кәрәҙ түшәгән баҡсала...
(Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.)