+13 °С
Облачно
VK
Шиғри күстәнәс
14 Сентября 2021, 03:55

А.Кәлимуллина.

* * *  Балаға байлыҡ ҡалдырыу -Кем өсөндөр - ғорурлыҡ.Иманлы кәңәшең ҡалһын,Уға үрнәк булырлыҡ.

А.Кәлимуллина.А.Кәлимуллина.
А.Кәлимуллина.


Атай малы - ҡәҙерһеҙ ул -
Үҙең тапҡан мал түгел.
Тир түгеп, эшләп тапмағас,
Атайҙыҡы йәл түгел...

Хеҙмәт ҡуйып, эшләп тапҡан
Ҡәҙерле лә, яҡын да.
Тырыш бала ғына белә
Ата-әсә хаҡын да.

Балаңа һин ҡармаҡ тоттор,
Балыҡ тотоп ҡалдырма.
Эшләп ашағанда ғына,
Тормошта йәм табыла!

(Айһылыу Кәлимуллина-Фазлыева.)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас