Һин, Ватаным, гөлбаҡсалар -
Һандуғас төйәктәре.
Һиндә балҡып сәскә ата
Минең аҡ теләктәрем.
Ата йорто, йәшәү ҡото,
Хәүефһеҙ бала сағым,
Ҡош оялары үрҙергән
Бәхетле тыуған яғым.
Гел яңғырай күңелемдә,
Йәншишмә ағыштары,
Йәншишмә ағыштарында
Ватаным тауыштары.
(Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.)