+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
9 Сентябрь 2021, 09:13

Салауат Рәхмәтуллин.

Һанарға өйрәнәм. Быйыл мәктәпкә барам мин! Атай: "Өйрән, Айҙар, - ти, - Тәүге көндә бөтәгеҙҙе Һанатып ҡарайҙар", - ти.  

Салауат Рәхмәтуллин.
Салауат Рәхмәтуллин.
 
Мин хәҙер һанап ашайым
Билмәндәр, котлеттарҙы.
Сәй эскәндә әсәй һанай
Мин һурған кәнфиттәрҙе...
 
Ашап туйғас, һанап ҡына
Йыуам мин һауыттарҙы.
Көн дә емдәр һипкән саҡта
Һанайым тауыҡтарҙы.
 
Өләсәй ҙә уйҙарымды
Тора шул аңлап ҡына:
"Себештәрҙе ҡош типмәһен,
Һаҡла, - ти, - һанап ҡына..."
 
Атайымдың иҫе китә - 
Һанайым йөҙгә ҡәҙәр.
Бер меңгә тиклем һанарға
Өйрәнәм яҙға ҡәҙәр.
 
(С.Рәхмәтуллин.)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: