+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
3 Сентябрь 2021, 18:39

Ихсан ӘХТӘМЙӘНОВ.

Ғүмер юлдарында ул ишектең Ниндәйенә генә юлыҡмаҫ. Алтын көҙҙә алтын һуҡмаҡ илткән Ишекте ул мәңге онотмаҫ, Уға мөхәббәтен һыуытмаҫ.

Ихсан ӘХТӘМЙӘНОВ.
Ихсан ӘХТӘМЙӘНОВ.
 
 * * *  
Алтын көҙ, алтын һуҡмағына
Ҡанатланып баҫҡан кешене,
Ҡоластарын асҡан әсә һымаҡ,
Ҡаршы ала мәктәп ишеге.
 
Шул ишекте асып ингән ҡулдар
Асыр күпме китап биттәрен,
Күпме дуҫтар ҡулын ҡыҫыр улар,
Асып күпме илдең сиктәрен.
 
Ғүмер юлдарында ул ишектең
Ниндәйенә генә юлыҡмаҫ.
Алтын көҙҙә алтын һуҡмаҡ илткән
Ишекте ул мәңге онотмаҫ,
Уға мөхәббәтен һыуытмаҫ.
 
(Ихсан ӘХТӘМЙӘНОВ.)
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: