+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри күстәнәс
1 Сентябрь 2021, 08:22

Тылсымлы моң.

Тылсымлы моңдар таратып, Еҙ ҡыңғырау шалтырай. Уҡыусыларҙы беҙҙә гел  Ҡаршы алалар шулай.

Тылсымлы моң.
Тылсымлы моң.

 

 * * * 
Көҙгө япраҡ әйлән-бәйлән...
Моңһоу ғына ҡойола.
Хәҙер инде һәр аҙымда
Көҙ һалҡыны тойола.
 
Алдымда - ғәзиз мәктәбем,
Һабаҡташ дуҫ-иштәрем.
Ҡаршы ала икенсе өй
Киң асып ишектәрен...
 
Тылсымлы моңдар таратып,
Еҙ ҡыңғырау шалтырай.
Уҡыусыларҙы беҙҙә гел 
Ҡаршы алалар шулай.
 
Дин-дилләй, дин-дилләй,
Ҡыңғырау көйөн көйләй.
Шат балалар тауышынаН
Бөтә ер шары гөрләй.
 
(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: