Улар ҡайтҡансы, минең дә
Эшләр эштәрем бөтмәй.
Мин ҡыумаһам, өйрәктәр ҙә
Йылға буйына китмәй.
Ҡыумаһаң, быҙау ҙа китмәй,
Барып алмаһаң, ҡайтмай.
Һыу һипмәһәң, гөлдәрем дә
Үҫмәй, сәскәһен атмай.
Өйрәтмәһәм, ишек алдын
Һаҡлай белмәй Аҡбай ҙа.
Эшләһәм, шатмын үҙем дә,
Шат әсәй ҙә, атай ҙа.
(Рауил НИҒМӘТУЛЛИН.)